Luke 20:27-40
Үленән терелеү тураһында һорау
(Маҫ 22:23-33; Мрк 12:18-27)
27Саддукейҙар ▼▼ Саддукейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө.
үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре Ғайса эргәһенә килде һәм шундай һорау бирҙе: 28 b– Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 29Ете бер туған була. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китә. 30Уның ҡатынына икенсеһе лә, 31өсөнсөһө лә, ҡалғандары ла өйләнә, әммә ете туғандың береһе лә бала ҡалдырмай үлеп ҡала. 32Аҙаҡ ҡатын да вафат була. 33Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит! 34Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Был донъя кешеләре өйләнә, кейәүгә сыға. 35Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы һаналғандар өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. 36Инде үлә лә алмаҫтар, сөнки улар фәрештәләр кеүек булырҙар. Улар – Алла балалары, сөнки уларҙы Алла үленән терелтте. 37 cӘ үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы тип тә атаған. 38Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере. 39Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берәүҙәре: – Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тине. 40Бынан һуң улар Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.
Copyright information for
BakIBT2023