‏ Luke 20:41-44

Мәсих кемдең Улы?

(Маҫ 22:41-46; Мрк 12:35-37)

41Ғайса иһә уларға былай тине:

– Ни өсөн Мәсихте Дауыт Улы тип әйтәләр?
42 43 aДауыт үҙе үк Зәбүр китабында:

«Раббы Хакимыма әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“», –

тигән.

44Әгәр Дауыт Уны Хакимым тип атай икән, нисек инде Мәсих Дауыттың Улы була ала?

Copyright information for BakIBT2023