Luke 20:9-19
Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
(Маҫ 21:33-46; Мрк 12:1-12)
9 aҒайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләне: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан да, уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙайлы ваҡытҡа ситкә сығып киткән. 10Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарып ебәргән. 11Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡайтарып ебәргән. 12Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар. 13Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған. 14Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек, шунда уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр. 15Шунан уны йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр. Инде баҡса хужаһы уларҙы нимә эшләтер? 16Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Быны ишеткәндәр: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тиештеләр. 17 bҒайса уларға текләп ҡараны ла былай тине: – Изге Яҙмалағы: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған ташиң мөһим мөйөш ташы булды», –
тип яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң? 18 cБыл таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк. 19Баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре, был ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты.
Copyright information for
BakIBT2023