Luke 21:12-19
12Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. 13Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер. 14Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ?» – тип алдан уйламағыҙ. 15Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ. 16 aАтай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр. 17Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. 18Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә төшмәҫ. 19Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Copyright information for
BakIBT2023