‏ Luke 22:24-27

Бөйөклөк тураһында бәхәс

(Маҫ 20:25-28; 19:28; Мрк 10:42-45)

24Шәкерттәр араһында ҡайһыһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡты. 25Ғайса уларға былай тине:

– Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, хакимдар үҙҙәрен «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атай.
26Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа кем иң олоһо, шул үҙен иң кесе кеүек тотһон. Кем башлыҡ булһа, шул хеҙмәтсе кеүек булһын. 27Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт иткәнеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәтсе кеүекмен.

Copyright information for BakIBT2023