‏ Luke 22:39-46

Ғайсаның Зәйтүн тауында доға ҡылыуы

(Маҫ 26:36-46; Мрк 14:32-42)

39Ғайса, ҡаланан сығып, ғәҙәттәгесә, Зәйтүн тауына йүнәлде, Уның артынан шәкерттәре лә эйәрҙе. 40Унда барып еткәс, Ғайса:

– Һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тине.

41Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:

42– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.

43Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәне.

44Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды.
Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа 43-44-се аяттар юҡ, әммә улар элекке ваҡыттарҙан уҡ был китаптың шикһеҙ өлөшө һанала.
45Доға ҡылған урынынан тороп, шәкерттәре янына әйләнеп килгәс, уларҙың ҡайғынан талсығып йоҡлап киткәнен күрҙе.

46– Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тине уларға Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023