‏ Luke 22:47-53

Ғайсаны ҡулға алыу

(Маҫ 26:47-56; Мрк 14:43-50; Ях 18:3-11)

47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтмәне, бер төркөм кеше килеп етте. Төркөмдө ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе, башлап килә ине. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлашты
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Йәһүҙә үҙе, шартлы ишара яһап, уларға: „Мин үпкән кеше Ғайса булыр“, – тип әйтеп ҡуйғайны» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
.
48Ғайса иһә уға:

– Йәһүҙә! Һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме? – тине.

49Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Уға:

– Хакимыбыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һораны.

50Уларҙың береһе, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уң ҡолағын сабып өҙҙө.

51Әммә Ғайса:

– Туҡтағыҙ, етте! – тине лә ҡулы менән ҡағылып хеҙмәтсене һауыҡтырҙы.

52Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш ҡаһиндарға, Алла йорто һаҡсыларының башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға:

– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тине. –
53Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә.

Copyright information for BakIBT2023