Luke 22:47-62
Ғайсаны ҡулға алыу
(Маҫ 26:47-56; Мрк 14:43-50; Ях 18:3-11)
47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтмәне, бер төркөм кеше килеп етте. Төркөмдө ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе, башлап килә ине. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлашты ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Йәһүҙә үҙе, шартлы ишара яһап, уларға: „Мин үпкән кеше Ғайса булыр“, – тип әйтеп ҡуйғайны» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
. 48Ғайса иһә уға: – Йәһүҙә! Һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме? – тине. 49Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Уға: – Хакимыбыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һораны. 50Уларҙың береһе, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уң ҡолағын сабып өҙҙө. 51Әммә Ғайса: – Туҡтағыҙ, етте! – тине лә ҡулы менән ҡағылып хеҙмәтсене һауыҡтырҙы. 52Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш ҡаһиндарға, Алла йорто һаҡсыларының башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тине. – 53Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә. Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Маҫ 26:67-75; Мрк 14:66-72; Ях 18:15-18, 25-27)
54Ғайсаны тотоп, иң баш ҡаһиндың өйөнә алып килделәр. Петрус, арттараҡ ҡалып, арттарынан эйәреп барҙы. 55Ихата уртаһында усаҡ яҡтылар, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петрус та урын алды. 56Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күргәс, текләп ҡарап: – Был да Уның менән булды! – тине. 57Ләкин Петрус инҡар итеп: – Юҡ, һеңлекәш! Мин Уны белмәйем, – тине. 58Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрусты абайлап ҡалды: – Һин дә уларҙың береһе бит! Әммә Петрус был кешегә лә: – Юҡ, мин түгелмен, – тип яуап бирҙе. 59Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү: – Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫланы. 60Әммә Петрус уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. 61Раббы Ғайса Петрусҡа боролоп ҡараны, шул саҡ Петрус Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. 62Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы.
Copyright information for
BakIBT2023