Luke 22:54-62
Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Маҫ 26:67-75; Мрк 14:66-72; Ях 18:15-18, 25-27)
54Ғайсаны тотоп, иң баш ҡаһиндың өйөнә алып килделәр. Петрус, арттараҡ ҡалып, арттарынан эйәреп барҙы. 55Ихата уртаһында усаҡ яҡтылар, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петрус та урын алды. 56Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күргәс, текләп ҡарап: – Был да Уның менән булды! – тине. 57Ләкин Петрус инҡар итеп: – Юҡ, һеңлекәш! Мин Уны белмәйем, – тине. 58Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрусты абайлап ҡалды: – Һин дә уларҙың береһе бит! Әммә Петрус был кешегә лә: – Юҡ, мин түгелмен, – тип яуап бирҙе. 59Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү: – Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫланы. 60Әммә Петрус уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. 61Раббы Ғайса Петрусҡа боролоп ҡараны, шул саҡ Петрус Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. 62Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы.
Copyright information for
BakIBT2023