‏ Luke 22:63-71

Ғайсаны мыҫҡыл итеү

63Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл итте, туҡманы. 64Күҙҙәрен ҡаплап:

– Пәйғәмбәрлек ит әле: Һиңә кем һуҡты? – тип һоранылар.

65Бынан башҡа ла Уға күп мәсхәрә һүҙҙәре әйттеләр.

Ғайса Юғары кәңәшмә алдында

(Маҫ 26:59-66; Мрк 14:55-64; Ях 18:19-24)

66Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмәгә йыйылдылар. Ғайсаны улар алдына баҫтырҙылар.

67– Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һоранылар.

Ғайса уларға:

– Әгәр әйтһәм, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ.
68Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм Мине ебәрмәйәсәкһегеҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
.
69 bОшо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине.

70– Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тип һораны барыһы ла.

– Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

71Шунда улар:

– Беҙгә тағы бер шаһитлыҡтың нимәгә кәрәге бар? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тинеләр.

Copyright information for BakIBT2023