‏ Luke 22:7-23

Ҡотҡарылыу байрамы мәжлесенә әҙерлек

(Маҫ 26:17-19; Мрк 14:12-16)

7Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө икмәк көнө килеп етте. 8Ғайса Петрус менән Яхъяны ҡалаға ебәрҙе:

– Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ.

9Улар Ғайсанан:

– Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.

10– Ҡалаға инеүегеҙ булыр, һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ ҙа ул ингән өйгә инегеҙ, – тип яуапланы Ғайса. – 11Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Ҡотҡарылыу байрамы ашын шәкерттәрем менән ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“– тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 12Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.

13Шәкерттәр китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне.

Ҡотҡарылыу байрамы ашы

(Маҫ 26:20-29; Мрк 14:17-25; Ях 13:21-30; 1 Кор 11:23-25)

14Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырҙы.

15– Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға теләгем бик ҙур ине. 16Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын, – тине уларға Ғайса.

17Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте:

– Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.
18Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.

19Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште:

– Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.

20 aКиске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды:

– Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.
21 bӘммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы – Минең ҡулым менән бергә ошо өҫтәлдә. 22Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!

23Шәкерттәре бер-береһенән:

– Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡыла алыр ине икән? – тип һораша башланылар.

Copyright information for BakIBT2023