Luke 23:1-5
Ғайса Пилатос алдында
(Маҫ 27:11-14; Мрк 15:1-5; Ях 18:28-37)
1Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилатос янына алып килде. 2– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар. 3Пилатос Ғайсанан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. Ғайса иһә: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы. 4Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине. 5Әммә улар: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты.
Copyright information for
BakIBT2023