Luke 23:13-25
Ғайсаның үлемгә хөкөм ителеүе
(Маҫ 27:15-26; Мрк 15:6-15; Ях 18:39–19:16)
13Пилатос иһә, баш ҡаһиндарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып, 14былай тине: – Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһен дә тапманым. 15Һируд та ғәйеп тапманы, сөнки Уны беҙгә кире ҡайтарҙы. Шулай итеп, был Әҙәм үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән. 16– 17Шуға күрә, уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 17-се аят та бар: «Пилатос, байрам уңайы менән, бер тотҡондо иреккә сығарырға тейеш ине».
. 18Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Бараббасты азат ит! – тип ҡысҡыра башланы. 19Бараббас иһә ҡалалағы фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылғайны. 20Пилатос, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт итте. 21Ләкин улар: – Арҡысаҡҡа ▼▼ Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.
ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. 22Пилатос өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине. 23Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап итте һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алды. 24Пилатос уларҙың талабын үтәргә ҡарар итте. 25Фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған Бараббасты халыҡ һорауы буйынса азат итте, ә Ғайсаны уларҙың ихтыярына тапшырҙы.
Copyright information for
BakIBT2023