Luke 23:26-31
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
(Маҫ 27:32-44; Мрк 15:21-32; Ях 19:17-27)
26Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Шимғон исемле бер Курене кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалдылар ҙа Ғайса артынан барырға ҡуштылар. 27Ғайса артынан күмәк кешеләр килә һәм араларында Уны йәлләп үкһеп-үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. 28Ғайса иһә, боролоп, уларға былай тине: – Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ. 29«Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған, бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә. 30 aШул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер. 31Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай эшләйҙәр икән, ҡороғандарына ни булыр?
Copyright information for
BakIBT2023