‏ Luke 23:33-43

33«Баш һөйәге» тигән урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 34Ғайса:

– Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине.
Ҡайһы бер иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа аят башындағы һүҙҙәр юҡ, әммә улар элекке ваҡыттарҙан был китаптың шикһеҙ өлөшө булып торған.

Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.
35Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп:

– Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.

36Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡылланы. Ғайсаға яҡын килеп, әсе шарап тәҡдим иттеләр ҙә:

37– Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тинеләр.

38Уның баш осона «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйҙылар.

39Арҡысаҡта аҫылынып торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп:

– Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тине.

40Икенсеһе иһә, киреһенсә:

– Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? Һин үҙең дә Уның кеүек үк язаға тарттырылғанһың бит, – тип тегене тыйҙы. –
41Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тине. 42Шунан Ғайсаға өндәште:

– Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.

43Ғайса уға:

– Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тине.

Copyright information for BakIBT2023