‏ Luke 23:44-49

Ғайсаның үлеме

(Маҫ 27:45-56; Мрк 15:33-41; Ях 19:28-30)

44 aКөн үҙәге ине. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 45 bҠояш тотолдо, Алла йортондағы пәрҙә уртаға йыртылды. 46 cҒайса көслө тауыш менән:

– Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.

47Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙ башы, Алланы данлап:

– Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә булған икән, – тип ҡуйҙы.

48 dЯзаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәрен төйә-төйә ҡалаға ҡайтып китте. 49Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торҙо.

Copyright information for BakIBT2023