Luke 23:50-56
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
(Маҫ 27:57-61; Мрк 15:42-47; Ях 19:38-42)
50Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер игелекле һәм тәҡүә кеше бар ине. 51Ул, Йәһүҙиә ерендәге Аримаҫая ҡалаһынан булып, Алла Батшалығының килгәнен көтә ине. Йософ Юғары кәңәшмәнең ҡарарын һәм ҡылған эшен хупламаны. 52Ул, Пилатос янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға һораны. 53Шунан кәүҙәне арҡысаҡтан төшөрҙө лә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем дә һалынмаған ҡәбергә алып барып ҡуйҙы. 54Байрамға әҙерләнә торған йома көн ине, шәмбе етеп килә ине. 55Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар, Йософ артынан барып, Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торҙолар. 56Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләнеләр. Шәмбе көнө, Муса ҡанунында ҡушылғанса, ял иттеләр.
Copyright information for
BakIBT2023