Luke 24:1-10
Ғайсаның үленән терелеүе
(Маҫ 28:1-8; Мрк 16:1-8; Ях 20:1-8)
1Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә йүнәлде. 2Килеп еткәс, ҡәберҙе ҡаплап торған таштың ситкә шылдырылғанын күрҙеләр. 3Әммә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапманылар. 4Был хәлгә аптырашып торғанда, ҡапыл улар алдында йылтыр кейем кейгән ике ир пәйҙә булды. 5Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәне. Ә теге ирҙәр: – Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? 6Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: 7«Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә. 8Шул саҡ Ғайсаның был һүҙҙәре ҡатындарҙың иҫенә төштө. 9Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм башҡаларға һөйләп бирҙе. 10Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Йоанна, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған бүтән ҡатындар хәбәр итте.
Copyright information for
BakIBT2023