Luke 24:36-53
Ғайсаның шәкерттәргә күренеүе
(Ях 20:19-23)
36Улар шул хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә булды. – Именлек һеҙгә! – тине. 37Шәкерттәр ҡурҡыштан ҡатып ҡалды, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйланылар. 38Әммә Ғайса: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? 39Ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙ менән Мине тотоп ҡарағыҙ. Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә Миндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бар, – тине. 40Быны әйткәс, ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәтте. 41Тегеләр, шатлыҡтан һәм аптырауҙан һаман ышанмағас, Ғайса: – Ашарға берәй нәмәгеҙ бармы? – тип һораны. 42Уға бешкән балыҡ киҫәге ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм кәрәҙле бал» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
бирҙеләр. 43Ғайса уны күҙ алдарында ашағандан һуң: 44– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине. 45Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам итте: 46– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә, 47шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш. 48Һеҙ быларҙың шаһиты. 49Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ. Ғайсаның күккә олғашыуы
(Мрк 16:19-20; Ғмл 1:9-11)
50Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе. 51Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды. 52Шәкерттәр Уға баш эйҙе, шунан ҙур шатлыҡ менән Йәрүсәлимгә ҡайтты. 53Бынан һуң, Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла йортонда булдылар.
Copyright information for
BakIBT2023