Luke 3:1-18
Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
(Маҫ 3:1-12; Мрк 1:2-8; Ях 1:19-28)
1Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда, 2Ханнас менән Ҡаяфас иң баш ҡаһиндар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәрьяһтың улына, Алланан хәбәр килде. 3Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө. 4 aИшағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Сүлдә тауыш яңғырай:„Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ,
5һәр йырын тулһын,
һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ түбәнәйһен;
борма юлдар турайһын,
һикәлтәле юлдар тигеҙләнһен;
6шунда йән эйәләренең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».
7Үҙенең янына һыуға сумдырылырға ▼
▼ Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола.
тип килгән халыҡҡа Яхъя: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ, тине? 8Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. 9Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине. 10Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораны. 11Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуапланы. 12Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгәйне: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә? – тинеләр. 13Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тине. 14Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя. 15Халыҡ көсөргәнеш менән көттө, һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйланы. 16Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. 17Ырҙында ашлыҡ елгәрер өсөн, Ул ҡулына көрәк тотҡан. Бойҙайын, айырып, Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр. 18Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.
Copyright information for
BakIBT2023