Luke 3:2-16
2Ханнас менән Ҡаяфас иң баш ҡаһиндар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәрьяһтың улына, Алланан хәбәр килде. 3Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө. 4 aИшағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Сүлдә тауыш яңғырай:„Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ,
5һәр йырын тулһын,
һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ түбәнәйһен;
борма юлдар турайһын,
һикәлтәле юлдар тигеҙләнһен;
6шунда йән эйәләренең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».
7Үҙенең янына һыуға сумдырылырға ▼
▼ Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола.
тип килгән халыҡҡа Яхъя: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ, тине? 8Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. 9Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине. 10Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораны. 11Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуапланы. 12Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгәйне: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә? – тинеләр. 13Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тине. 14Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя. 15Халыҡ көсөргәнеш менән көттө, һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйланы. 16Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.
Copyright information for
BakIBT2023