Luke 4:1-15
Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе
(Маҫ 4:1-11; Мрк 1:12-13)
1Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып китте. 2 aҒайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты. 3– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә бойор, – тине Уға Иблис. 4 bҒайса: – «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы. 5Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек тауға алып менде лә донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡты. 6– Ошо батшалыҡтарҙың бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡты ла, уларҙың данын да Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. 7Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул. 8 c– Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса. 9Шунан һуң Иблис Ғайсаны Йәрүсәлимгә алып килеп Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы ла: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тине. – 10 dИзге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренәҺинең турала хәстәрләп,
Һине һаҡларға бойороҡ бирер.
11Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй,
улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр».
12 eҒайса уға: – Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыны һынама», – тип әйтелгән, – тип яуапланы. 13Иблис Ғайсаны һынауҙан туҡтаны ла икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып китте.
Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
(Маҫ 4:12-17; Мрк 1:14-15)
14Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтты. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. 15Ул ғибәҙәтханаларҙа, аң-белем биреп, халыҡты өйрәтте, һәм барыһы ла Уға дан йырланы.
Copyright information for
BakIBT2023