Luke 4:16-30
Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы
(Маҫ 13:54-58; Мрк 6:1-6)
16Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килде һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға инде. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас, 17Уға Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең китабын бирҙеләр. Ғайса ҡулъяҙма төргәген һүтеп, ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапты: 18 a«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә,сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә
Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне.
Ул Мине ▼
▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «…йөрәктәре йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә…» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
әсирҙәргә – ирек,һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә,
йәберләнгәндәрҙе азат итергә
19һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».
20Ғайса ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире бирҙе лә урынына ултырҙы. Ғибәҙәтханала һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгәйне. 21– Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙмалағы ошо һүҙҙәр тормошҡа ашты, – тип һөйләй башланы уларға Ғайса. 22Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр. 23Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ Миңә: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтем менән яуап бирерһегеҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тине. 24Шунан һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй. 25 cҺеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине, 26ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһенә лә түгел, ә Сидон илендәге Сарефаҫ ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде. 27 dИльясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире ▼
▼ Махау сире – дауалап булмай торған йоғошло тире ауырыуы.
менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы. 28Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙан ярһыны. 29Урындарынан тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сыҡтылар ҙа, түбәнгә ырғытырға тип, ҡала урынлашҡан тауҙың башына алып менделәр. 30Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән китеп барҙы.
Copyright information for
BakIBT2023