Luke 4:31-37
Яуыз рухты ҡыуып сығарыу
(Мрк 1:21-28)
31Ул Галилеяның Капернаум ҡалаһына килде һәм шәмбе көнө халыҡты аң-белемгә өйрәтте. 32Уның өйрәтеүҙәренә бөтәһе лә хайран ҡалды, сөнки Ул хакимдарса һөйләй ине. 33Ғибәҙәтханала яуыз рух эйәләгән бер кеше бар ине. Ул көслө тауыш менән: 34– Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы. 35Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте. 36Был хәлгә бөтәһе лә таң ҡалып: – Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән яуыз рухтарға бойороҡ бирә, һәм улар кешенән сыға, – тип һөйләнделәр. 37Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.
Copyright information for
BakIBT2023