Luke 4:38-44
Ғайса Шимғон өйөндә
(Маҫ 8:14-16; Мрк 1:29-38)
38Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Шимғондың өйөнә килде. Шимғондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ята ине. Ғайсанан уға ярҙам итеүен һоранылар. 39Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы. 40Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы. 41«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине. 42Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға китте. Халыҡ Уны эҙләргә кереште, тапҡас, үҙҙәре янында ҡалырға өгөтләне. 43Әммә Ғайса уларға: – Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тине. 44Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәз һөйләүен дауам итте.
Copyright information for
BakIBT2023