Luke 5:12-16
Махаулыны һауыҡтырыу
(Маҫ 8:2-4; Мрк 1:40-44)
12Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы. 13Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем, таҙарын! Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты. 14 aҒайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты: – Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр. 15Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралды. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылды. 16Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булды.
Copyright information for
BakIBT2023