‏ Luke 5:18-26

18Бына бер нисә кеше фалиж
Фалиж – руссаһы: паралич.
һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килде һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышты.
19Ләкин халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөрҙөләр. 20Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:

– Дуҫым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.

21Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы:

– Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?

22Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп:

– Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. –
23Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме? 24Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының
«Әҙәм Улы» тип Ғайса Үҙен әйтә (ҡарағыҙ: «Даниил», 7:13).
ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!

25Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, ятҡан түшәген алып, Алланы данлап, ҡайтып китте.

26Таң ҡалып, барыһы ла Алланы данланы. Ҡоттары осоуҙан:

– Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тинеләр.

Copyright information for BakIBT2023