‏ Luke 5:2-11

2Шул ваҡыт Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күреп ҡалды. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөйҙәр ине. 3Ғайса уларҙың береһенә ултырҙы ла, ә ул кәмә Шимғондыҡы ине, ярҙан бер аҙ китергә һораны һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡты аң-белемгә өйрәтә башланы. 4Һүҙен тамамлағас, Шимғонға:

– Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ! – тине.

5– Остаз! Беҙ төнө буйы йөрөнөк, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарҙы Шимғон.

6Шулай эшләнеләр, һәм уларға бик күп балыҡ эләкте, хатта ауҙары бүҫелә башланы. 7Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырҙы. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙҙы. 8Шимғон Петрус был хәлде күреп:

– Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.
9Балыҡтың күп эләгеүе Шимғон Петрусты ла, уның менән булғандарҙы ла ҡурҡыуға һалды. 10Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды.

Ғайса Шимғонға:

– Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.

11Балыҡсылар кәмәләрен ярға сығарҙы ла, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп китте.

Copyright information for BakIBT2023