Luke 5:27-32
Ғайсаның Левиҙе Үҙ артынан саҡырыуы
(Маҫ 9:9-13; Мрк 2:14-17)
27Ошонан һуң Ғайса был урындан китеп барҙы. Һалым йыйыу урынында ултырған Леви исемле һалым йыйыусыны күреп, уға: – Миңә эйәр, – тине. 28Леви торҙо ла, бөтә нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе. 29Үҙенең өйөндә Леви Ғайса хөрмәтенә оло табын ҡорҙо. Табынға һалым йыйыусылар һәм башҡа кешеләр ҙә күп килде. 30Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ? 31– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап бирҙе Ғайса уларға. – 32Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.
Copyright information for
BakIBT2023