Luke 6:17-19
Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуы
(Маҫ 5:3-12)
17Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төштө. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтә Йәһүҙиәнән дә, Йәрүсәлимдән дә, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылды. 18Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгәйне. Яуыз рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡты. 19Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышты, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтыра ине.
Copyright information for
BakIBT2023