Luke 6:6-11
Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 12:9-14; Мрк 3:1-6)
6Икенсе бер шәмбелә Ғайса ғибәҙәтханаға инеп халыҡты өйрәтте. Унда уң ҡулы ҡороған берәү бар ине. 7Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көндө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәтте. 8Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине. Теге кеше сығып баҫты. 9Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан: – Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. 10Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡты ла теге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорҙо. Теге кеше ҡушылғанды үтәне, һәм ҡулы һауыҡты. 11Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.
Copyright information for
BakIBT2023