Luke 7:1-10
Йөҙ башының ышанысы
(Маҫ 8:5-13)
1Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килде. 2Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине. 3Йөҙ башы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәрҙе. 4Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораны: – Йөҙ башы Һинең ярҙамыңа лайыҡ, 5сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы. 6Ғайса аҡһаҡалдар менән китте. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙ башы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәрҙе һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушты. – 7Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығасаҡ. 8Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә; икенсеһенә «кил» тиһәм, килә; хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй. 9Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп: – Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Исраил халҡында ла был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тине. 10Ебәрелгән кешеләр, әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанын күрҙеләр.
Copyright information for
BakIBT2023