‏ Luke 7:4-35

4Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораны:

– Йөҙ башы Һинең ярҙамыңа лайыҡ,
5сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.

6Ғайса аҡһаҡалдар менән китте. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙ башы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәрҙе һәм:

– Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушты. –
7Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығасаҡ. 8Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә; икенсеһенә «кил» тиһәм, килә; хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

9Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп:

– Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Исраил халҡында ла был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тине.

10Ебәрелгән кешеләр, әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанын күрҙеләр.

Тол ҡатындың үлгән улын терелтеү

11Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға китте. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барҙы. 12Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине. 13Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп:

– Илама, – тине.

14Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны.

– Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса.

15Үлгән егет тороп ултырҙы, һөйләшә башланы. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып бирҙе. 16Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм:

– Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.

17Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды.

Ғайса һәм Сумдырыусы Яхъя

(Маҫ 11:2-19)

18Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп бирҙе. Яхъя ике шәкертен саҡырып алды ла 19 aуларҙы Раббы Ғайсаға ебәрҙе:

– Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушты.

20Улар Ғайса янына килгәс:

– Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тинеләр.

21Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне. 22 bҒайса Яхъяның шәкерттәренә:

– Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.
23Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап бирҙе.

24Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы:

– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?
25Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит затлы кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында була. 26Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 27 cУның тураһында Изге Яҙмала:

«Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –

тип яҙылған.
28Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.

29Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. 30Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартты. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡты.

31Ғайса тағы былай тине:

– Шулай итеп, был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була?
32Улар:

«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ иламанығыҙ», –

тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған.
33Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ. 34Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.

35 dӘммә Алла аҡылы уны ҡабул иткән бөтә кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.

Copyright information for BakIBT2023