Luke 8:19-21
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
(Маҫ 12:46-50; Мрк 3:31-35)
19Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алманы. 20Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткерҙеләр. 21Ғайса уларға: – Минең әсәйем менән туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023