Luke 8:26-37
Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 8:28-34; Мрк 5:1-20)
26Улар күлдең аръяғына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп етте. 27Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килде. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй ине һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә ▼▼ Ҡәбер мәмерйәһе – ул дәүерҙә мәйеттәрҙе өңөп яһалған тау ҡыуышлыҡтарына ҡуя торған булғандар.
йәшәп йөрөнө. 28Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы. 29Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны. Яуыз рух был әҙәмде күптән яфалаған. Сынйырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла, ул бығауҙарҙы өҙгән һәм эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған. 30Ғайса унан: – Исемең кем? – тип һораны. – Ғәскәр ▼▼ Ғәскәр – грекса «легион». Был римлыларҙың 6000 яугирҙән торған иң ҙур хәрби төркөмө.
, – тип яуап бирҙе ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп ине. 31Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен ялбара башланы. 32Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораны. Ғайса рөхсәт итте. 33Теге кешенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингәс, көтөү сабып китте лә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлде. 34Барыһын да күреп торған сусҡа ҡараусылар ҡалаға йүгерҙеләр, унда ла, ауылдарҙа ла барыһын да һөйләп бирҙеләр. 35Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. 36Быларҙың барыһын да күреп торған кешеләр ен эйәләшкән ирҙең нисек һауыҡҡанын уларға һөйләп бирҙе. 37Гераса төбәгендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алды, шуның өсөн улар Ғайсаның был ерҙәрҙән китеүен һораны. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,
Copyright information for
BakIBT2023