‏ Luke 8:4-8

Сәсеүсе хаҡында ҡисса

(Маҫ 13:1-23; Мрк 4:1-20)

4Төрлө ҡалаларҙан Үҙенең янына бик күп халыҡ йыйылғас, Ғайса уларға кинәйәле ҡисса һөйләне:

5– Бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына ҡойолоп тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөткән. 6Ҡайһы береһе ташлы ергә төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған. 7Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған. 8Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән.

Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса:

– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырҙы.

Copyright information for BakIBT2023