Luke 8:41-56
41Шул саҡ Яйрос исемле ғибәҙәтхана башлығы Ғайса янына килде лә, аяҡтарына йығылып, өйөнә барырға ялынды. 42Яйростың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине. Яйростың өйөнә тиклем Ғайса төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлаған халыҡ уртаһында барҙы. 43Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Бар мөлкәтен табиптарға сарыф итеп бөтөрһә лә, береһе лә уны һауыҡтыра алмағайны. 44Шул ҡатын, артынан килеп, Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылғайны, ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны. 45– Миңә кем ҡағылды? – тип һораны Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петрус: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлай, – тине. 46– Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тине Ғайса. 47Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килде лә Уның аяғына йығылды. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та һауығыуы тураһында бөтә халыҡ алдында һөйләп бирҙе. 48Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тине. 49Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, Остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйтте. 50Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, бары ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ, – тине. 51Яйростың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрустан, Яхъянан һәм Яҡуптан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәне. 52Бөтәһе лә үкһеп иланы. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине. 53Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлә башланы. 54Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотто ла: – Балам, тор! – тип өндәште. 55Ҡыҙға йән ҡайтты, һәм ул шунда уҡ урынынан торҙо. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушты. 56Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалды. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
Copyright information for
BakIBT2023