Luke 9:10-17
Биш мең кешене туйҙырыу
(Маҫ 14:13-21; Мрк 6:32-44; Ях 6:1-13)
10Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп бирҙе. Ғайса уларҙы Үҙе менән Бейт-Сайда тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып китте. 11Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәрҙе. Ғайса, халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырҙы. 12Көн кискә ауышҡас, ун ике шәкерт Уның янына килде: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып, үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит ҡола ялан. 13– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораны шәкерттәр. 14Унда ирҙәр генә лә биш меңләп ине. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр кешелек төркөмдәргә бүлеп ултыртығыҙ, – тине. 15Шәкерттәр шулай эшләне. Бөтәһен дә ултыртып сыҡҡас, 16Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. 17Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы ун ике кәрзингә йыйып алдылар.
Copyright information for
BakIBT2023