Luke 9:18-21
Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
(Маҫ 16:13-16; Мрк 8:27-29)
18Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, шәкерттәре Уның янында ине. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны. 19– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап бирҙеләр Уға. 20– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул шәкерттәренән. – Һин – Алла Мәсихе, – тип яуапланы Петрус.Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе
21Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты һәм:
Copyright information for
BakIBT2023