‏ Luke 9:22-27

22– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.

23Шунан Ғайса уларға былай тине:

– Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын
Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.
йөкмәп, көн һайын Миңә эйәрһен.
24Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 25Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 26Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡып торған шөһрәте эсендә килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан оялыр. 27Һеҙгә ысынын әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығын күргәнсе, үлем татымаҫ.

Copyright information for BakIBT2023