Luke 9:28-36
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
(Маҫ 17:1-13; Мрк 9:2-13)
28Ошо һүҙҙәрҙән һуң һигеҙ көн самаһы үткәс, Ғайса Петрусты, Яхъяны һәм Яҡупты Үҙе менән алып, доға ҡылырға тауға менде. 29Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп китте, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инде. 30– 31Ҡапыл шөһрәт балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башланы. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр ине. Улар Ғайсаның донъянан китәсәге һәм был эштең Йәрүсәлимдә ғәмәлгә ашырылырға тейешлеге хаҡында һөйләште. 32Петрусты һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡайны. Улар, уянғас, Ғайсаның шөһрәтен һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күрҙе. 33Был кешеләр Ғайса эргәһенән китергә торғанда Петрус: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. Тик ул ни әйткәнен үҙе лә белмәй ине. 34Петрус был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алды. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып китте. 35 aБолот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде. 36Был тауыш тынғанда Ғайса яңғыҙы ғына ҡалғайны. Шәкерттәр ул көндәрҙә нимә күргәндәре тураһында бер кемгә лә һөйләп йөрөмәне.
Copyright information for
BakIBT2023