Luke 9:37-42
Яуыз рух эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
(Маҫ 17:14-19; Мрк 9:14-29)
37Икенсе көн шәкерттәре менән тауҙан төшкән Ғайсаны күмәк халыҡ ҡаршы алды. 38Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырҙы. – 39Яуыз рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбек сыға. Яуыз рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә сигенә. 40Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар. 41– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил, – тине Ғайса. 42Малай килеп етеп килгәндә, ен уны ергә атып бәрҙе лә, баланың тәне ҡороша башланы. Ғайса иһә яуыз рухты тыйҙы һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырҙы.
Copyright information for
BakIBT2023