Luke 9:57-60
Ғайсаға эйәреү
(Маҫ 8:19-22)
57Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәште. 58– Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 59Ә икенсеһенә: – Миңә эйәр! – тине. Уныһы: – Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораны. 60Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023