‏ Malachi 2:14-16

14Һеҙ: «Ни өсөн һуң?» – тип аптырайһығыҙ. Сөнки Раббы – һинең менән һәм һин йәшләй өйләнгән ҡатының араһында шаһит ине. Ул ҡатын һинең юлдашың һәм никах килешеүе менән хәләлең булған хәлдә, һин уға хыянат иттең.

15Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен. 16Ҡатыныңды ҡыуыу, уға нәфрәтләнеү, – ти Исраил Аллаһы Раббы, – үҙ-үҙеңде йәбер-золом менән таплауға тиң, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Күңелегеҙҙе һаҡлағыҙ, хыянатсы булмағыҙ.

Copyright information for BakIBT2023