Mark 1:16-20
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
(Маҫ 4:18-22; Лк 5:2-11; Ях 1:35-42)
16Галилея күле буйлап китеп барғанда, Ғайса ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Шимғон менән уның ҡустыһы Әндриасты күрҙе. 17– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар ▼▼ Кеше аулаусылар – Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра.
итермен, – тине Ғайса уларға. 18Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 19Ғайса, бер аҙ барғас, Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямай ине. 20Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зәбәҙәйосты ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан эйәрҙе.
Copyright information for
BakIBT2023