‏ Mark 1:2-8

2 aИшағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса:

«Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һиңә юл әҙерләр.
3Сүлдә тауыш яңғырай:
Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!»

4Сүлгә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға
Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдерә торған йола.
өндәп йөрөнө.
5Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын асыҡтан-асыҡ танып, уның тарафынан Иордан йылғаһында сумдырылды. 6Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 7Вәғәзендә ул былай тине:

– Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен.
8Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.

Copyright information for BakIBT2023