Mark 1:21-28
Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
(Лк 4:31-37)
21Улар Капернаумға килде. Шәмбе көн тыуғас та Ғайса, ғибәҙәтханаға инеп, йыйылған халыҡҡа аң-белем бирә башланы. 22Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне. 23Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға яуыз рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул: 24– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы. 25Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! 26Яуыз рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып, эсенән сығып китте. 27Һәммәһе лә шаҡ ҡатты. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы ғилем… Уның яуыз рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона! 28Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.
Copyright information for
BakIBT2023