Mark 1:29-38
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу
(Маҫ 8:14-16; Лк 4:38-44)
29Ғибәҙәтхананан Ғайса, Яҡуп һәм Яхъя тура Шимғон менән Әндриастың өйөнә киттеләр. 30Шимғондың ҡәйнәһе, тотош тәне ҡыҙып, ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға хәбәр иттеләр. 31Ғайса сирле янына килде, ҡулынан тотоп, торорға ярҙам итте. Ҡатындың тәне яныуҙан туҡтаны. Ул уларға табын әҙерләй башланы. 32Ә инде кискеһен, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерә башланылар. 33Бөтөн ҡала халҡы ишек алдына йыйылды. 34Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙең эсенән ендәрҙе ҡыуып сығарҙы. Ендәргә һөйләнергә рөхсәт итмәне, сөнки ендәр Ғайсаның кем икәнен белә ине. 35Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә аулаҡ урынға барып доға ҡылды. 36Шимғон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты. 37Килеп тапҡас: – Бөтә кеше Һине эҙләй, – тинеләр. 38– Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға кәрәк. Мин бит шуның өсөн килдем, – тине Ғайса.
Copyright information for
BakIBT2023