‏ Mark 1:9-11

Ғайсаның һыуға сумдырылыуы һәм һынау үтеүе

(Маҫ 3:13–4:22; Лк 3:21-22; 4:1-15; Ях 1:32-34)

9Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде, һәм Яхъя Уны Иордан йылғаһында һыуға сумдырҙы. 10Һыуҙан сығыу менән Ғайса күк ҡабағының ярылып китеүен һәм Үҙенә күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төшкәнен күрҙе. 11 aКүктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.

Copyright information for BakIBT2023