Mark 10:1-12
Ир менән ҡатындың айырылышыуы тураһында
(Маҫ 19:1-9)
1Ғайса, бынан киткәс, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларға аң-белем бирҙе. 2Фарисейҙар килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар. 3– Муса һеҙгә нимә ҡушҡан һуң? – тине Ғайса. 4– Муса ир кешегә, айырылышыу ҡағыҙы яҙып, ҡатынын айырырға рөхсәт иткән, – тине фарисейҙар. 5– Ул был бойороҡто таш йөрәкле булғанығыҙға күрә яҙған, – тине Ғайса. – 6 aТәүҙән үк, бөтә нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты». 7 b«Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр 8һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. 9Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын. 10Өйҙә саҡта шәкерттәре был хаҡта Ғайсанан ҡабат һораны. 11– Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла, – тине Ғайса. – 12Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла.
Copyright information for
BakIBT2023